Таможня инспекторын - СИЗО-ға

Өфө посының баш дәүләт таможня инспекторына ришүәт алыуҙа ғәйепләү белдерелде һәм һаҡ аҫтына алыу сараһы һайланды.

Таможня инспекторын - СИЗО-ғаТаможня инспекторын - СИЗО-ға
Таможня инспекторын - СИЗО-ға

Гүзәл исемле ҡатын тауарҙарҙы тиҙ генә индереү һәм тикшереүҙәрһеҙ шунда уҡ йәһәтләп ебәреү өсөн коммерция ойошмаһынан аралашсы аша ришүәт алған. 266 мең һумға һатҡан намыҫын. 

Суд уны ике айға СИЗО-ға ултыртты.

Енәйәти эшмәкәрлеге Тәфтиш комитеты тәфтишселәре һәм ФСБ оператив хеҙмәткәрҙәренең берлектәге эше барышында асыҡланған.

Ришүәт биреүсе менән аралашсыны ла тиҙҙән ултыртырҙар, ахыры.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас