

"Рейтинг" мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге менән РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты белгестәре бергә ағымдағы йылдың ғинуар-мартына яңы исемлек төҙәгән. Уға ярашлы, беҙҙең мэр эшмәкәрлеге, ҡалалағы мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итеүе, БР Башлығы Радий Хәбировтың етәкселегендә емешле эшләүе менән иң алда торған өсәү рәтенә ингән. Ратмир Мәүлиев - өсөнсө урында! Ул был позицияны былтырғы эш йомғаҡтары буйынса яулағайны, юғалтмай тота, маладис!
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми төркөмөнән, вк.