

Радий Хәбиров ултырышҡа видеобәйләнештән ҡушылды. Әйткәндәй, Волга буйы федераль округы - Рәсәйҙә ауыл халҡы һаны буйынса алдынғы урында. Был территорияла бөтәһе һигеҙ миллионға яҡын кеше ауылда йәшәй.
Ауылдарға иғтибар бар, тик социаль-иҡтисади һәм демографик өлкәлә кире күренештәр борсоуға һала.
Ултырыштан һуң Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙҙә тыуым темптары әҙерәк төшкән. Аңлашыла ла - кеше ауылда бик ҡалмай, ҡалала йәшәүҙе хуп күрә.
- Беҙҙең бурысыбыҙ - ауыл иҡтисадын һаҡлау, социаль инфраструктураны үҫтереү. Шунһыҙ тыуым да күтәрелмәйәсәк. Был тәңгәлдә беҙҙең күрһәткестәр насар түгел, - тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан ауылдарын үҫтереү программаһы эшләй, спорт объекттары һалына, поликлиникалар, ФАП-тар барлыҡҡа килә.
Фото: БР Башлығы сайтынан.