Ирекмәндәр яҙғы эштәрҙә ярҙам итә

 Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Эш оҫтанан ҡурҡа” проекты сиктәрендә ирекмәндәр  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.

Ирекмәндәр яҙғы эштәрҙә ярҙам итәИрекмәндәр яҙғы эштәрҙә ярҙам итә
Ирекмәндәр яҙғы эштәрҙә ярҙам итә

  Көндәр йылына башлау менән мөрәжәғәттәрҙең характеры ла үҙгәрҙе – хәҙер йорттарҙы һыуҙан һәм дымдан һаҡлау мөһим. Был аҙнала ирекмәндәр бер юлы ике ғаиләлә эшләне. Улар йорттарҙың һәм ихаталағы башҡа  төҙөлөш объекттарының ҡыйығын ҡарҙан таҙартты. Шулай уҡ ҡар ирегәндә һыу баҙға төшмәһен өсөн йорт нигеҙендәге ҡарҙы ла көрәне.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас