Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты

 Бөтә аҙыҡ та ашҡаҙанда бер үк ваҡытта эшкәртелеп бөтмәй. Ниндәйҙер аҙыҡ тиҙерәк эшкәртелә, ҡайһыһылыр оҙағыраҡ.  

Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡытыАшҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты
Ашҡаҙанда ризыҡтың эшкәртелеү ваҡыты

  Һыу, сәй, ҡәһеүә, какао, һурпа, һөт,   дөгө, бешерелгән йылға балығы – 1 – 2 сәғәт.

Йомортҡа, омлет, диңгеҙ балығы,  һыуҙа бешерелгән картуф, икмәк – 2 – 3 сәғәт.

Тауыҡ һәм һыйыр ите, арыш икмәге, алма, кишер, редис, шпинат, ҡыяр, ҡыҙҙырылған картуф, ветчина – 3 – 4 сәғәт.

Борсаҡ, фасоль, сельд, ҡыҙҙырылған ит – 4 – 5 сәғәт.

 Бәшмәк, шпик – 5 – 6 сәғәт.

Ошонан сығып, ашҡаҙандағы ризыҡ эшкәртеп бөтөлгәнсе ашамаҫҡа өйрәнһәгеҙ, ябығыу ғына түгел,  ашҡаҙан-эсәк трактының сәләмәтлеген дә һаҡлап ҡала аласаҡһығыҙ.  Әкренләп ашҡаҙан бәләкәсәйә һәм артыҡ ашау ғәҙәте лә юҡҡа сыға.  Шулай уҡ йоҡлар алдынан 3 – 4 сәғәт алда ашарға тырышмағыҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас