Сәтләүектәр нимәнән дауалай?

Сәтләүектәр туҡлыҡлы ғына түгел, ә сәләмәтлек өсөн файҙалы ла. 

Сәтләүектәр нимәнән дауалай?Сәтләүектәр нимәнән дауалай?
Сәтләүектәр нимәнән дауалай?

 Кедр сәтләүеге

Кедр сәтләүегенән әҙерләнгән  төнәтмә миома, мастопатия, кистаның нимә икәнен онторға ярҙам итә, өҫтәүенә, иммунитетты ла күтәрә. 1,5 стакан  сәтләүек ҡабағына 0,5 литр араҡы ҡойоп, 10–12 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Һуңынан бер аш ҡалаҡ төнәтмәне бер стакан ҡайнар һыуға һалып, ашарҙан 20 минут алда эсергә кәрәк.  Бер ай эскәндән һуң, бер ай ял итергә. Дауаланыу курсы – йылына 2–5 тапҡыр.

Әстерхан сәтләүеге

Шәкәр диабетын дауалау өсөн бер шешәнең 1/3 өлөшөн сәтләүектең бүлкәләре менән тултырырға һәм тултырғансы араҡы  ҡойорға. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алдынан 15 минут алда  берәр ҡалаҡ эсергә. Был төнәтмә ҡалҡан биҙе елһенгәндә лә, быуындар ауыртҡанда ла ярҙам итә.

Арахис

Ашҡаҙан һәм бөйәндең сей яраһын дауалай. Бының өсөн бер ус арахисты  кофемолкала онтап 1:3 иҫәбенән ҡайнар һыуҙа иҙергә. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы көнөнә 2–3 тапҡыр  ашарҙан   20 минут алда  ҡулланырға.

Миндаль

Холестеринды кәметергә, бай мейеһе эшмәкәрлеген яҡшыртырға ярҙам итә. Бының өсөн  көнөнә бер ус миндаль ашарға кәрәк. Мигрень, невроз һәм йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә көнөнә 50 г миндаль ашарға кәңәш ителә.

Фисташки

Бауыр ауыруҙары, гастрит һәм колиттан файҙалы.  Бының өсөн уны онтап, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр балғалаҡ ашарға кәрәк.

Кешью

Кешью  халыҡ медицинаһында һалҡын тейеүҙән һаҡлакныу, астманы, бронхитты, шәкәр диабетын дауалау сараһы булараҡ билдәле. Бының өсөн көнөнә 2–3  сәтләүек ашарға кәрәк.  Йөрәк-ҡан тамырҙары ауыруҙарынан, гиповитаминоздан һәм аҙ ҡанлылыҡтан  көнөнә 2-3 тапҡыр ике кешью ашарға тәҡдим итәләр. 

Бразилия сәтләүеге

   Түлһеҙлекте дауалау, күреү һәләтен яҡшыртыу, катарактаны булдырмау өсөн  көнөнә ике тапҡыр берәр сәтләүек ашарға кәрәк. Прсотата биҙендә һәм потенция буйынса проблемалары булған ир-егеттәргә  көнөнә ике тапҡыр ике сәтләүек ашау килешер. Ун көн ял итеп алғандан һуң, дауаланыуҙы тағы дауам итергә мөмкин.

 
    Пекан сәтләүеге

Балаларҙы һәм хәлһеҙләнгән ололарҙы дауалау өсөн ярты стакан сәтләүекте ҡырғыстан үткәреп, бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп яҡшылап бутарға. Балалрға  көнөнә 2–3 тапҡыр берәр ҡалаҡ бирергә мөмкин. Ололрға иһә көнөнә шулай уҡ 2–3 тапҡыр ¼ стакан бирергә ярай.  Пеканды шулай уҡ  түлһеҙлекте, хроник арыуҙы, һалҡын тейеүҙән һаҡланыу өсөн дә ҡулланалар.

Иҫкәрмә! Балаларға өс йәшкә тиклем бер ниндәй ҙә сәтләүек бирергә ярамай. Сөнки бала организмында уны үҙләштерергә ярҙам итеүсе ферменттар булмай. Бынан тыш  улар сабыйҙарҙа аллергия тыуҙырыуы ихтимал.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас