Бөтә яңылыҡтар

Туристарҙы көтөп ҡалабыҙ!

Йылайыр районында сәйәхәт итергә яратыусылар өсөн яңы модулле йорттар төҙөлгән. 

Туристарҙы көтөп ҡалабыҙ!
Туристарҙы көтөп ҡалабыҙ!
«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса барлыҡҡа килгән йорттарға 24 кешене һыя. Был юҫыҡтағы проект Магнитогорск - Ира төбәк-ара трассаһында автотуризмды үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, Ырымбур, Силәбе өлкәһенән беҙгә килгән туристар өсөн дә бик яҡшы. 
"Тайга" клубы алты модулдән тора, һәр береһендә - дүртәр урын. Бөтә модулдең дә душ, кухня кеүек кәрәкле бүлмәләре лә бар. шулай уҡ кафе, мунса, чан төҙөлгән.
Әйткәндәй, эшҡыуар Александр Чикунов кемпинг, автокемпинг төҙөү буйынса конкурста ҡатнашып, 2,35 миллион һум күләмендә субсидия алған, үҙенән 2,45 миллион һум өҫтәгән. Һөҙөмтәлә матур тәбиғәт ҡосағында туристарға тағы ла бер уңайлы ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан, Контента | Инфоповод
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас