Барыһы ла йәрәхәтләнеүҙән башлана
Тубыҡтар, янбаш һөйәгенә ҡарағанда, йышыраҡ ауырта. Сәбәбе – бала саҡта алған йәрәхәттәр. Бала саҡта ҡоламаған, аяғын ауырттырмаған кеше һирәктер. Ҡолағанда күп осраҡта тубыҡҡа төшәбеҙ. Үҫә төшкәс, ҡолауҙар һирәгәйә, әммә барыбер тубыҡтар башҡа быуындарға ҡарағанда йышыраҡ зыян күрә.
Аяғығыҙ шаҡарылып ҡоланығыҙ, ти. Тубыҡ шешеп китеп, көслө ауыртыу барлыҡҡа килә. Күрәһең, бәйләүестәр өҙөлгән йәки мениск зыян күргән. Нимә эшләргә?
Иң беренсе сиратта эстә ҡан һауыуын һәм шешеүҙе кәметергә кәрәк. Бының өсөн тубыҡты ныҡ итеп бинт менән бәйләгеҙ. Өҫтөнә һалҡын һыу менән грелка ҡуйырға мөмкин. Мөмкинлек булғанда, аяғығыҙҙы ҡалҡыу урынға һалығыҙ. Әгәр ҙә ауыртыу түҙеп торғоһоҙ көслө икән, анальгетик ҡабул итегеҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән бинтты ысҡындырып, аяғығыҙҙы ял иттереп алығыҙ. Ҡайһы саҡта ауыртҡан урын ҡабарып торған кеүек була. Һыйпап ҡарағанда уның эсендә шыйыҡлыҡ бар кеүек. Ваҡытында дауаламаһаң, уның ғүмерлеккә ҡалыуы ихтимал. Шыйыҡлыҡты һурҙыртып алдырырға кәрәк.
Тәүге йылытыу процедураларын йәрәхәт алғандан һуң 3–4 көн үткәс эшләйҙәр. Комприсс, грелка ҡуйырға, йылытыусы май менән ышҡырға мөмкин.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.