

Табиптар көлдөрә
– Мине дауаханаға алып килгәс, бер хирург һуҡыр эсәгемде ҡырҡып алырға теләк белдерҙе, икенсеһе, үт ҡыуығындағы ташты алырға кәрәк, тигән һығымтаға килде.
– Шунан, бәхәс нимә менән тамамланды һуң?
– Шыбаға тоттолар ҙа аңҡау биҙен ҡырҡып алдылар.
***
– Беҙҙең һөнәр бик хәүефле, был донъяла дошмандарыбыҙ етәрлек, – тип зарлана табип үҙенең коллегаһына.
– Теге донъяла тағы ла күберәк!
***
– Доктор, минең бауырым ауырта.
– Эсәһегеҙме?
– Эсәм. Ярҙам итмәй!