Бөтә яңылыҡтар

Тән күгәреүен бөтөрөү өсөн

Тән күгәргәндә  ҡулланылған һөҙөмтәле ысулдар.

Тән күгәреүен бөтөрөү өсөн
Тән күгәреүен бөтөрөү өсөн

    Тәүге 20 минутта  ҡан зыян күргән тамырҙарҙан ағып сыға. Шуға күрә был урынға һалҡын әйбер ҡуйырға кәрәк.  Сөнки һалҡындан тамырҙар тарая һәм  ҡан ағышы яйлаясаҡ.  Артабанғы 8 сәғәт эсендә уны ҡурғаш һыуы менән эшкәртергә мөмкин. Ул дарыуханаларҙа һатыла. Әгәр ҙә тәнегеҙ күгәреүгә  8 сәғәттән алып бер нисә көн үткән булһа, унда инде йылы әйбер ҡуйырға кәрәк. Шул саҡта төйөлгән ҡан  тиҙерәк таралыр. Шулай уҡ иртәле-киселе “Троксевазин”  майын һөртөргә була.. Күҙегеҙгә тейҙерергә тырышмағыҙ.

Бынан тыш, йомортҡаны бөтәүләй бешереп, сепрәккә урап күгәргән урынға һалып  һыуынғансы тоторға мөмкин.  Йылы төйөлгән ҡанды таратырға ярҙам итер.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас