Бөтә яңылыҡтар

Гөлйемеш күҙҙәргә ярҙам итә

Катарактанан, күҙҙең селтәрле ҡабығы дистрофияһынан һәм иммунитетты нығытыу өсөн гөлйемештән әҙерләнгән шифалы эсемлектең файҙаһы ҙур.

Гөлйемеш күҙҙәргә ярҙам итә
Гөлйемеш күҙҙәргә ярҙам итә

  Ул түбәндәгесә әҙерләнә: бер балағалаҡ кипкән гөлйемеш япрағына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1–2 минут утта тоторға кәрәк. Һыуынғас һөҙөп алып, бер балғалаҡ бал ҡушып, көн дауамында эсергә. Был шифалы эсемлекте күпме теләйһең, шунса эсергә мөмкин. Айырыуса йоҡлар алдынан һәм торғас та эсергә кәңәш итер инем.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас