Бөтә яңылыҡтар

Бик матур күргәҙмә асылды

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа төрлө милләт вәкилдәренең матурлығын сағылдырыусы этнографик күргәҙмә эшләй.

Бик матур күргәҙмә асылды
Бик матур күргәҙмә асылды

Унда ҡуйылған эштәрҙең авторы – Күмертау ҡалаһынан фоторәссам Ләйсән Невметулина.
Күргәҙмә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған. Фотоларҙа төрлө милләт вәкиле булған 19 ҡыҙ һүрәтләнгән. Проект Рәсәйҙең этник күп төрлөлөгө тураһында һөйләй.
Был сара Дәүләт Йыйылышы депутаты Ольга Плохова башланғысы менән ойошторолдо.
Депутаттар күргәҙмәне артабан мәҙәниәт йорттарында, музейҙарҙа һәм мәктәптәрҙә лә күрһәтергә тәҡдим итте, тип хәбәр итәләр республика парламентынан.

Фото: gsrb.ru

 

Бик матур күргәҙмә асылды
Бик матур күргәҙмә асылды
Бик матур күргәҙмә асылды
Бик матур күргәҙмә асылды
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас