Әбйәлил районының Рәхмәт мәктәбендә тарих биттәрендә ҡаласаҡ иҫтәлекле ваҡиға үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Илнур Әхмәҙиев менән Айҙар Сәғәҙәтуллин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Илнур 1999 йылдың 1 мартында Рәхмәт ауылында ғүмер кисергән Гүзәл һәм Басир Әхмәҙиевтар ғаиләһендә донъяға килгән, тыуған ауылында 11 класс белем алған. Бала сағынан асыҡ күңелле, изгелекле булыуы менән айырыла, эшһөйәр, ярҙамсыл һәм маҡсатлы булып үҫә. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән иткән егет мәктәп йылдарында күп төрлө спорт ярыштарында еңеүсе була. 2017 йылдың яҙында йәше тулыу менән әрмегә юллана. Һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итә, водитель була. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, вахта ысулы менән эшкә урынлаша. Киләсәккә яҡты хыялдар ҡороп йәшәгән егеткә уларҙы тормошҡа ашырырға яҙмай. Махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылдың апрелендә Илнур Әхмәҙиев үҙ ирке менән контрактҡа ҡул ҡуя. Ҡыйыу яҡташыбыҙ Донбасс биләмәһендә барған хәрби операцияла разведчик булараҡ ҡатнаша, үҙен ҡурҡыу белмәҫ башҡорт яугиры, ышаныслы, тоғро дуҫ итеп таныта. 2022 йылдың ноябрендә Илнур контракт мөҙҙәтен тултырып тыуған еренә ҡайта. Һөйгән ҡыҙы Рәфиә менән никах уҡытып, гөрләтеп туй үткәрәләр.
Тик илдәге тынысһыҙлыҡ, яу ҡырында ҡалған дуҫтары тураһында уйҙары тынғы бирмәй. 2023 йылдың 25 ноябрендә йәнә контракт төҙөй. Хәрби хеҙмәтен ул 104-се гвардия десант-штурмлау дивизияһының разведчиктар ротаһында үтә. Ҡаты бәрелештәрҙә яралана, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдарына лайыҡ була. Шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаҙаныштары өсөн РФ Ҡораллы Көстәренең баш командующийы В. Путиндың Рәхмәт хаты менән билдәләнә. Ҡыҙғанысҡа, райондашыбыҙ Илнур Әхмәҙиев 2024 йылдың 3 февралендә батырҙарса һәләк була. 25 йәше лә тулып өлгөрмәй. Айбарлы, ғәййәр башҡорт егете РФ Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, үлгәндән һуң Батырлыҡ өсөн ордены менән наградлана.
Айҙар 2002 йылдың 15 апрелендә Яйҡар ауылында йәшәүсе Ғаяз һәм Миләүшә Сәғәҙәтуллиндар ғаиләһендә тыуған. Ул аҡыллы һәм тәртипле бала булып үҫә. Беренсе класҡа Айҙар 2008 йылдың 1 сентябрендә Яйҡар башланғыс мәктәбенә килә. Ул тырышып белем ала. Артабан уҡыуын Рәхмәт урта мәктәбендә дауам итә. Айҙар өлгөлө уҡыусы була, мәктәптә үткәрелгән кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша, милли көрәш менән шөғөлләнә. 2019 йылда аттестат ала. Мәктәптән һуң ДОСААФ-ҡа водителдәр әҙерләү курсына бара. Уҡыуын уңышлы тамамлап, водитель таныҡлығы алғас,
2020 йылдың июлендә армияға саҡырыла. Айҙар Сәғәҙәтуллин Свердловск өлкәһендә хеҙмәт итә. Хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн уға ефрейтор званиеһы бирелә. Хәрби хеҙмәттән һуң вахта ысулы менән тәүҙә Когалым ҡалаһының "Нефтестрой" компанияһында, һуңынан Норильск ҡалаһының транспорт компанияһында водитель булып эшләй.
2023 йылдың июлендә Айҙар Ғаяз улы РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә батырлығы һәм лидерлыҡ сифаттары көслө булған Айҙар Сәғәҙәтуллинды отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаһарман райондашыбыҙ 2023 йылдың 16 октябрендә Донецк Халыҡ Республикаһының Водяная ауылы янындағы ҡаты алышта һәләк була. Илһөйәр Әбйәлил егетенә ни бары 21 генә йәш ине.
2024 йылдың мартында көслө рухлы яҡташыбыҙ Айҙар Ғаяз улы Сәғәҙәтуллин үлгәндән һуң Батырлыҡ өсөн ордены менән бүләкләнде.
Ил именлеге өсөн баш һалған яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә арналған сарала район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Тәлғәт Әғзәмов, Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин, мәктәп коллективы, туғандары, дуҫтары, ҡаһарман геройҙарҙың ҡәҙерле ата-әсәләре - Басир һәм Гүзәл Әхмәҙиевтар, Миләүшә һәм Ғаяз Сәғәҙәтуллиндар ҡатнашты. Мемориаль таҡтаташ батыр яугирҙарҙың яҡындары инициативаһы буйынса асылды.
-Айҙар Ғаяз улы менән Илнур Басир улы ошо мәктәптә уҡып, белем алып, Тыуған илде һаҡлау юлын һайлағандар. Әбйәлил егеттәре ни тиклем ауыр һәм хәүефле булыуын аңлаһалар ҙа, хәрби бурыстарын аҙағына тиклем намыҫ менән үтәгәндәр. Белем усағы диуарындағы мемориаль таҡтаташ барыбыҙ өсөн дә уларҙың ҡыйыулығын иҫкә төшөрөп торасаҡ. Һәм һәр беребеҙ батырҙарыбыҙҙы ғорурлыҡ менән иҫкә аласаҡбыҙ, - тип билдәләне Тәлғәт Наил улы.
Мәктәп уҡыусылары патриотик шиғырҙар һөйләне, яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары батырҙарыбыҙ - Илнур Басир улы Әхмәҙиевтың һәм Айҙар Ғаяз улы Сәғәҙәтуллиндың ҡаһарманлыҡтары тураһында ғорурланып иҫкә алды һәм илһөйәр, ҡыйыу улдар үҫтергән ата-әсәләренә оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Тантаналы сараға йыйылыусылар мәктәп музейының Дан бүлмәһендә булдылар. Ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанистан, Чечнялағы ҡыҙыу нөктәлә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарының тормош юлы һәм хәрби батырлыҡтары менән таныштылар.
Таҡтаташ батырҙарҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлап, рухын күңелдәрҙә балҡытып торасаҡ. Һәм ул яугирҙарыбыҙҙы хөрмәт итеү, исемдәрен мәңгеләштереү, йәш быуынға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим эш булып тора.