Республика башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, төбәктә 1 миллиондан ашыу йәш кеше иҫәпләнә, уларҙың үҫеше өсөн төбәгебеҙҙә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.
Ошо йәһәттән политолог, Өфө фән һәм технологиялар университетының өлкән уҡытыусыһы Арсен Шәйәхмәтов үҙенең фекере менән бүлешеп, Башҡортостанда әкренләп йәштәрҙең үҙ–үҙен тормошҡа ашырыу өсөн локаль йәштәр киңлектәренән алып ҙур инфраструктура проекттарына, шул иҫәптән Өфөләге вуз-ара кампусҡа тиклем, мөмкинлектәр экосистемаһы формалаша, тип билдәләне:
- Объекттарҙы булдырыуҙан тыш уларҙың йөкмәткеһен тулыландырыуға - инициативаларға, мәғариф һәм эшҡыуарлыҡ проекттарына ярҙам итеүгә оло иғтибар бүленә. Был дөйөм Рәсәй трендына тап килә: бюджеттар ғына түгел, ә төбәктең уңайлы мөхит булдырыуы һәм үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу мөмкинлеге аша йәштәрҙе алып ҡалыу, йәлеп итеү һәләте лә ярыша. Икенсе йүнәлеш – йәштәрҙе ирекле һәм йәмәғәт практикаларына йәлеп итеү – горизонталь бәйләнештәр булдыра, үҙаллылыҡты көсәйтә, дәүләт һәм йәмәғәт секторы өсөн кадрҙар резервы булдыра. Идара итеү факторы айырым әһәмиәткә эйә.
Төбәк башлығы Радий Хәбировтың темаға әүҙем йәлеп ителеүе, йәштәр йәмәғәтселегенең төрлө вәкилдәре менән даими осрашыуҙар теманы сәйәси өҫтөнлөк итеү механизмы булараҡ сығыш яһай. Рәсәй идара итеү моделендә тап өҫтән сигнал системаның теге йәки был йүнәлешкә иғтибар кимәлен билдәләй. Йәштәр сәйәсәте буйынса профилле дәүләт комитетын 2025 йылда министрлыҡҡа әйләндереү тураһында ҡарар шулай уҡ формаль түгел, ә структур характерҙа.
#Аналитика
Фото: https://vk.com/wall413272232_1538920