"Наҙлыйылға" ижади үрҙәр яулай!

Күгәрсен районынан халыҡ театры артистары Мәскәүгә барып, беренсе урын алып ҡайтҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Наҙлыйылға" ижади үрҙәр яулай!"Наҙлыйылға" ижади үрҙәр яулай!
"Наҙлыйылға" ижади үрҙәр яулай!

Ошо көндәрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһында Фаина Раневская исемендәге "ФЛИНТ #ТРАМПЛИН" үҙешмәкәр һәм халыҡ театрҙары халыҡ-ара фестивале үткән. Унда Күгәрен районы Мәҙәниәт һарайының "Наҙлыйылға" халыҡ театры "41-ҙең арбалы ҡаиындары" (З. Зәйнуллин пьесаһы) спектаклен күрһәткән. Был турала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙә хәбәр итә. 

Спектаклде талантлы режиссер Фәимә Аҡъюлова ҡуйған. "Ныҡышмал хеҙмәт һөҙөмтәһе - I дәрәжә лауреат исеме! Фестивалдең финалына саҡырыу алыу - театр сәнғәте бейеклектәренә тағы бер аҙым", тип яҙған Марат Исҡужин.

Әйткәндәй, финал сығыштары 11 майҙа Мәскәүҙә "Вдохновение" Мәҙәниәт үҙәгенең ҙур залында буласаҡ.

Фото: Марат Искужин, вк

"Наҙлыйылға" ижади үрҙәр яулай!
"Наҙлыйылға" ижади үрҙәр яулай!
"Наҙлыйылға" ижади үрҙәр яулай!
"Наҙлыйылға" ижади үрҙәр яулай!
Автор:Алһыу Ишемғолова