Әле бик матур яҙғы көндәр дауам итә. Ҡояш йылыраҡ була бара, ҡар шаулап ирей, иртәнге томан бер аҙ ҡамасаулай инде - дөйөм алғанда, елһеҙ, йылы яҙ килде.
Ә марттың һуңғы көндәре нисек булыр?
Көн торошон фаразлаусы белгестәр төрлөсә фекерҙә.
Берәүҙәренә бөгөнгөнән дә йылыраҡ булыуы күренә, икенселәргә бер аҙ ғына һалҡынайтҡан кеүек. Уртаса алғанда көндөҙ +8, +12 градус булыуы ихтимал. Төндә +2, +4 градус.
Иң йылы көн, моғайын, +14 градус булыр, уны 27-һенә күҙаллайҙар. Гел генә ҡояш балҡып тормаҫ, болот та була, ти синоптиктар. Бәлки, әҙ генә яуып та алыр, тик аныҡ әйтмәйҙәр - ҡар яуырмылыр, ямғырмы?
Һәр хәлдә яҙҙың тәүге айы йылы тамамлана. Көн нисек булһа ла булһын, беҙгә тыныслыҡ кәрәк!
Фото: Юлай Кәримов фотоһы.