Мәктәптәр заманса йыһазландырыла

Башҡортостан мәктәптәрендәге бер нисә предмет кабинеттарына яңы ҡорамалдар алына. Был юҫыҡта "Йәштәр һәм балалар" милли проекты буйынса дәүләттән 232 миллион һум аҡса бүленә.

Мәктәптәр заманса йыһазландырылаМәктәптәр заманса йыһазландырыла
Мәктәптәр заманса йыһазландырыла
«Рәсем», «Музыка», «Физика» дәрестәре өсөн ҡорамалдар 879 мәктәпкә һатып алынасаҡ.
Муниципалитеттар менән мәктәптәр ғариза тултыра башланы ла инде. Яҡын арала килешеүҙәр төҙөләсәк. Яңыса кабинеттар 1 сентябргә әҙер булырға тейеш.
Мәҫәлән, музыка кабинетына - заманса музыкаль үҙәктәр, рәсем кабинетына - мольбернт һәм этюдниктар, физика кабинетына лаборатор ҡорамалдар килтерелә.
Фото: Министерство просвещения Республики Башкортостан, Контента | Инфоповод
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас