Бөтә яңылыҡтар

Әбйәлилдә — яңы балалар поликлиникаһы

 Район үҙәге  Асҡарҙа балалар поликлиникаһы асылды. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем  тормош” милли проекты сиктәрендә файҙаланыуға тапшырылды.

Әбйәлилдә — яңы балалар поликлиникаһы
Әбйәлилдә — яңы балалар поликлиникаһы

 Яңы поликлиника сменаһына 150 балаға иҫәпләнгән. Медицина учреждениеһының  дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу.

“Бында кескәй пациенттар менән эшләргә барыһы ла әҙер: көндөҙгө стационар, ашығыс медицина ярҙамы блогы,  амбулатор ҡабул итеү, физиотерапия менән дауалау физкультураһы  бүлмәләре бар.  Шулай уҡ 120 урынлыҡ  конференц-зал  менән студенттар өсөн  уҡыу кабинеты”, – ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Фото:Башинформ. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас