Башҡортостан йәштәренә – ҙур иғтибар!

Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса беренсе тапҡыр илдең тәүге өс лидеры исемлегенә инде. Рейтинг һөҙөмтәләрен Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ иғлан иткән. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Башҡортостан йәштәренә – ҙур иғтибар!Башҡортостан йәштәренә – ҙур иғтибар!
Башҡортостан йәштәренә – ҙур иғтибар!

“Беҙҙең менән бергә алдынғы төбәктәр иҫәбендә – Татарстан, Красноярск крайы, Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Мәскәү.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, былтыр беҙ бишенсе урында инек. Республикала – миллиондан ашыу йәш кеше, улар үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн мөмкинлектәр булдырырға тырышабыҙ. Инфраструктураны үҫтерәбеҙ, йәштәр өсөн яңы майҙансыҡтар асабыҙ, унда улар үҙҙәрен төрлө йүнәлештә күрһәтә ала. Илһөйәрлек тәрбиәһе менән шөғөлләнәбеҙ, ирекмәндәргә, студенттарға, йәш белгестәргә ярҙам итәбеҙ. Осрашыуҙар һәм ҙур саралар үткәрәбеҙ.

Йәштәр беҙҙә иң яҡшыһы – мин һәр ваҡыт шулай тием. Һәм улар менән эшләү ҙур яуаплылыҡ.

Әйткәндәй, быйыл республиканың йәштәр сәйәсәте 35 йыллығын билдәләй. Был өлкәлә эшләүсе барыһын да ҡотлайым һәм рәхмәт белдерәм.

Һәм “Росмолодежь”ға юғары баһа өсөн рәхмәт”, тип яҙған Радий Фәрит улы.

Фото: Радий Хабиров, вк.

Башҡортостан йәштәренә – ҙур иғтибар!
Башҡортостан йәштәренә – ҙур иғтибар!
Башҡортостан йәштәренә – ҙур иғтибар!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас