

Бының өсөн беҙгә үләндәр ярҙам итер.
Әрем – аш эшкәртеүҙе яҡшырта, холециститты һәм гепатозды дауаларға ярҙам итә. Ике ҡалаҡ үләнде, бер стакан һыуҙа ҡайнатып төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан, ике сәғәт элек эсергә. Дауаланыу курсы – 2–3 аҙна.
Бөтнөк үләне бауырҙы токсиндарҙан таҙарта, үт бүленеп сығыуҙы көсәйтә. Бының өсөн үләндең биш япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа 15 минут төнәтеп, һәр өс сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.
Тырнаҡ гөлө (календула) матдәләр алмашыныуын яҡшырта, үт бүленеп сығыуҙы көйләй. Был маҡсатта ҡулланыу өсөн ике ҡалаҡ сәскәһенә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә һәм көнөнә дүрт тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Ромашка ауыртыуҙы, ялҡынһыныуҙы баҫа, организмды тынысландыра. Бер ҡалаҡ сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә һәм иртәле-кисле яртышар стакан эсергә.
Һары мәтрүшкә ялҡынһыныуға ҡаршы тороу һәм организмды нығытыу көсөнә эйә. Бер ҡалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойойп, 15 минут ҡайнатырға һәм 20 минут төнәткәндән һуң көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Был үләндәрҙе айырым-айырым да төнәтеп эсергә мөмкин, бергә ҡушһаң да ярай. Улар антибиотик ҡулланғандан, күп ашағандан һуң айырыуса файҙалы, бауырға таҙарынырға һәм эшмәкәрлеген тергеҙергә ярҙам итә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.