Руслан Хайсаров - халыҡ артисы!

Бөгөн бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре төрлө дәүләт наградаһы алды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры ла - бүләкләнеүселәр исемлегендә.

Руслан Хайсаров - халыҡ артисы!Руслан Хайсаров - халыҡ артисы!
Руслан Хайсаров - халыҡ артисы!

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө алдынан үткән тантаналы сарала актер Руслан Хайсаров «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, тип хәбәр итәләр театрҙан.

Юғары награданы БР Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырған.

Талантлы актерға ижади уңыштар, тамашасылар алҡыштары, һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: Башдрам, вк

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас