Ябығыу хәүефле түгелме?

Организмдағы май ҡатламдары ниндәй роль уйнай? Артыҡ ныҡ ябығыу хәүефле түгелме һәм уның бала табыу һәләтенә йоғонтоһо юҡмы?

Ябығыу хәүефле түгелме?Ябығыу хәүефле түгелме?
Ябығыу хәүефле түгелме?

   Организмда бер нәмә лә артыҡ түгел. Кешегә май ҡатламы ла кәрәк. Әммә ул норманан артыҡ булмаҫға тейеш. Әгәр ҙә дөйөм кәүҙә ауырлығын 100 процент тип алһаҡ, норма буйынса шуның 42 проценты – мускулдар, 16-һы – һөйәк, 16-һы – май ҡатламы, 18-е тире һәм ҡалғаны башҡа туҡымалар булырға тейеш.

Май ҡатламы бала табыу функцияһында ла  мөһим роль уйнай. Тап шунда андрогендар (ҡатын-ҡыҙҙар булған ир-егеттәр гормоны) эстрогендарға (ҡатын-ҡыҙ гормондарына) әүерелә. Шул рәүешле ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала табыу йәшендә бөтә эстрогендары формалаша. Әгәр ҙә ҡаты диета арҡаһында  ҡыҙҙың май ҡатламы тейешле сиккә етмәй икән, организмда гормональ үҙгәрештәр башлана, күрем туҡтап ҡалыуы ихтимал. Бәхеткә күрә, был үҙгәрештәрҙе төҙәтеп була. Кәүҙә ауырлығы нормалашҡас, бала табыу функцияһы ла тергеҙелә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас