

Үҫмер украин кураторы ҡушыуы буйынса Өфөлә сиркәүҙе шартлатырға теләгән.
Башҡортостандың Тикшереү комитеты һәм ФСБ-һы Өфөлә йәшәүсе бәлиғ булмаған үҫмер әҙерләгән терактты иҫкәрткән. Мессенджер аша Украинанан куратор тарафынан вербовкаланған үҫмер ҡаланың православие сиркәүҙәренең береһендә ҡулдан яһалған ҡоролманы шартлатырға ниәтләгән.
Нимә асыҡланған:
Енәйәт эшмәкәрлеген хоҡуҡ һаҡлау органдары туҡтатҡан. Үҫмерҙән экстремистик әҙәбиәт һәм символика тартып алынған.
Ғәйепләү өс статья буйынса белдерелгән: терроризмға булышлыҡ итеү, асыҡтан-асыҡ саҡырыуҙар һәм террористик ойошмала ҡатнашыу. Ҡулға алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: БР Тәфтиш комитеты.