Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу

Бауыр һәйбәт эшләһен һәм төрлө ауырыуҙарға килтермәһен өсөн уны даими таҙартып тороу мөһим. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыуБауырҙы, үт юлдарын таҙартыу
Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу

 

  1. Бер ҡалаҡ таҙартылған һолоға ярты литр һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Әгәр ҙә һеҙҙең ҡан баҫымы күтәрелә икән, бер ҡалаҡ арпа ярмаһы (перловка) ҡушырға. Иртәнсәк шуны, ҡапҡасын япмайынса ғына  ике минут  ҡыҙыу утта ҡайнатырға, һуңынан   биш минут талғын утта ҡапҡас ябып быҡтырып, һуңынан 10 минут өҫтәлдә таҫтамал ябып ҡуйып торорға. Һуңынан һөҙөп алып өс көн дауамында  ашар алдынан эсергә.
  2. Йәиһә бер стакан һолоно таҙартып, йыуып, бер литр ҡайнар һыу ҡушып, төнгөлөккә термоста ҡалдырабыҙ. Иртәнсәк һөҙөп алып, ас ҡарынға эсергә. Төнәтмәне иртәгәгә көнгә ҡалдырырға ярамай, әсей.  Дауаланыу курсы – ун көн.

Халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина