Температураны дарыуһыҙ ғына нисек төшөрөргә?

Тәндең ҡыҙыуын кәметеүсе һөҙөмтәле дарыу үләндәре бар.

Температураны дарыуһыҙ ғына нисек төшөрөргә?Температураны дарыуһыҙ ғына нисек төшөрөргә?
Температураны дарыуһыҙ ғына нисек төшөрөргә?

 Мәҫәлән, ҡурай еләге ботағы (ни тиклем йыуаныраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ). Ул иң яҡшы тирләтеү һәм температураны төшөрөү сараһы булып тора.   Бының өсөн уны ҡуйы ҡыҙыл төҫкә ингәнсе ҡайнатырға һәм көнөнә бер нисә тапҡыр эсергә. Шулай уҡ киптерелгән ҡурай еләге сәскәһе менән емешен дә ҡушырға мөмкин.  

Йүкә сәскәһе  лә  бик яҡшы температураны төшөрөү сараһы булып тора.  Уны бер алма ҡабығы ҡушып ҡайнатырға, бал ҡушырға  һәм эҫе килеш бер-бер артлы өс – биш сынаяҡ эсергә.

 Тал ҡайырыһы ла температураны һәйбәт төшөрә.
Бының өсөн 20 г тал ҡаййырыһы онтағына 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә һәм 30 минут  төнәткәндән һуң, көнөнә 5 – 6 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.    

Мәрүәр ағасы (бузина) сәскәһе, ҡарағат япрағы менән бөрөһөн дә сәй урынына бешереп эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә.

 Бөтнөк үләне (мята перечная) ромашка, мәтрүшкә, шайтан таяғы, ҡайын еләге менән  ҡара бөрлөгән дә тән температураһын төшөрөү һәм тирләтеү үҙенсәлегенә эйә.  Ҡауын менән яңы һығылған әфлисун һутының да файҙаһы бар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас