Боҙ ҡасан китәсәк?

Яҙ етте! Ҡояш көндән-көн ҡыҙыуыраҡ була бара. Тимәк, тиҙҙән шаулап йылғалар ҙа ташасаҡ. Ә баш ҡалабыҙ янындағы Ағиҙел, Өфө, Димдә ҡасан боҙ ҡуҙғалыр икән? Һоҡландырғыс та, хәүефлерәк тә күренеш тураһында белгестәрҙең күҙаллауы бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Боҙ ҡасан китәсәк?Боҙ ҡасан китәсәк?
Боҙ ҡасан китәсәк?

Ғәҙәттә, Өфө йылғаларында боҙ апрелдең тәүге ун көнлөгөндә китә. 

Баш ҡала хакимиәтендә үткән ултырышта Башгидрометүҙәге начальнигы урынбаҫары Вилора Горохольская әйтеүенсә, быйыл да шулай буласаҡ. Өфөлә түбәндәрәк урынлашҡан биләмәләрҙе һыу баҫыуы ихтимал. Әҙерлек бара. Халыҡҡа ярҙам итеү өсөн махсус хеҙмәттәр йыл һайын һаҡта тора. Ташҡынға ҡаршы һигеҙ комиссия ойошторолған, 14 штаб һәм биш меңдән ашыу кеше һыйҙырышлы 41 ваҡытлыса тороу пункты булдырылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Алһыу Ишемғолова