

Уны бер аҙна тирәһе алдағандар. Тәүҙә "Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре" уны сит илдәргә аҡса күсереүҙә ғәйепләгән, унан һуң "Дәүләт хеҙмәттәре" һәм "Рәсәй Банкы белгестәре" яңы иҫәп асырға һәм уға барлыҡ аҡсаһын күсерергә кәңәш иткәндәр.
Енәйәт яуаплылығынан ҡурҡып, ҡатын алдаҡсыларҙың күрһәтмәләрен үтәгән. Ул банкоматтарҙан 5 миллион һум аҡсаһын алған һәм уларҙы күрһәтелгән иҫәптәргә күсергән. Аҡсаһы бөткәс, муттар ҡатындың фатиры менән ҡыҙыҡһына башлаған һәм уны икенсе берәүгә рәсмиләштерергә күндерергә тырышҡан. Шунан һуң ғына ҡатын мутлашыусылар менән аралашыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы иғтибарлы булырға саҡыра! Хәҡиҡи хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла "хәүефһеҙ иҫәптәргә" аҡса күсереүҙе талап итмәй һәм телефон аша енәйәт эштәре менән ҡурҡытмай.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.