Яугир яралы комбатты ҡотҡарған

Ул дүрт саҡрым үҙ иңендә алып бара

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугир яралы комбатты ҡотҡарғанЯугир яралы комбатты ҡотҡарған
Яугир яралы комбатты ҡотҡарған

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Тимур Әхмәтйәнов яраланған комбатты ҡотҡарған, ул 4 саҡрым үҙ иңендә алып барған.

Ҡаты бәрелеш барышында командир яралана, әммә алышты етәкләүен дауам итә. Сержант Әхмәтйәнов уға медицина ярҙамы күрһәтә һәм дүрт саҡрым хәүефһеҙ урынға тиклем үҙ иңендә алып бара.

Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Тимур Әхмәтйәнов II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. Ҡыйыу яҡташыбыҙ башҡа дәүләт наградаларына ла тәҡдим ителгән.

Автор:Динара Сафиуллина