

Өс йәшлек бала 206 (!) магнит шарҙарын йотҡан.
Бала улар менән уйнаған була. Сабыйҙың ата-әсәһе шарҙарҙың юғалыуын күреп ҡалғас, эштең нимәлә булыуын аңлайҙар. Баланы ашығыс рәүештә урындағы дауаханаға алып киләләр, ә унан санавиация ярҙамында Өфө балалар клиник дауаханаһына оҙаталар. Баш ҡала табиптары операция ярҙамында шарҙарҙы сығара. Хәҙер бәләкәй пациенттың хәле ҡәнәғәтләнерлек.