Юлдарҙа сикләү индерелә
Яҙғы миҙгелдә юлдарҙың сифатын һаҡлау өсөн республика трассаларында йөк машиналары өсөн сикләү индерелә.
Сикләүҙәр пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, хайуандар, яғыулыҡ, мал аҙығы һәм тәбиғәт афәттәрен бөтөрөү өсөн йөк, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар, шулай уҡ махсус юл техникаһына һәм юлдарҙы ремонтлау өсөн материалдар ташыусыларға ҡағылмай. Бындай категориялар өсөн йөктәре 10 тоннанан артмаҫҡа тейеш. Бүленмәй торған йөк тейәгән транспорт саралары хужалары Росдормониторинг сайтында махсус рөхсәт ала ала. Юл хаҡын түләүҙән килгән аҡса БР Юл фондына йүнәлтелә. Башҡортостандың төбәк һәм муниципаль-ара трассаларында автоматик ауырлыҡ-габарит контроле пункттары ҡуйылған, шулай уҡ күсмә ауырлыҡ-габарит контроле пункттары эшләй. Йөк автомобилдәренең хәрәкәтен Ространснадзор һәм юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре контролдә тота. Штраф күләме рөхсәт ителгән ауырлыҡ характеристикаһынан артҡан дәрәжәлә билдәләнә. Ҡарарҙы Ространснадзор сығара.
Фото: Башинформ.