Бөтә яңылыҡтар

Ураҙаның сәләмәтлеккә файҙаһы

 Ураҙаның сәләмәтлеккә лә күп төрлө файҙаһы бар.

Ураҙаның сәләмәтлеккә файҙаһы
Ураҙаның сәләмәтлеккә файҙаһы

Әҙәм балаһы ураҙаны Аллаһы Тәғәләнең бөйөк имтиханын үтәү өсөн түгел, ә үҙенең сәләмәтлеге өсөн тотһа, ул ураҙа ҡабул ителмәҫ. Раббыбыҙ өсөн тотолған  ураҙаның сәләмәтлеккә лә күп төрлө файҙаһы бар.

  1. Ураҙалы кеше аш һеңдереү системаһы ял иткәнлектән, хәлһеҙлектең күп төрҙәренән ҡотола. Бауыр ял итеү сәбәпле, тәндә тупланған ағыулы матдәләр тиҙ тарҡала. Был иһә беҙҙең нервы системаһын хәл бөтөү һәм арыуҙан азат итә.
  2. Аш һеңдереү системаһына йоғонтоһо. Бер туҡтамай эшләгән аш һеңдереү юлдары ураҙа ваҡытында ял итеп ала. Тынлыҡта тороу ҡаҡшаған урындарын тергеҙергә ярҙам итә.
  3. Ҡан әйләнешенә йоғонтоһо. Ураҙа тотоусының ҡанында холестерин аҙая. Ҡан тамыры стеналарына электән ултырған холестерин ҡалдыҡтары ҡан менән бергә китеп тамырҙар бер аҙ йомшара. Шуға ла төштән һуң ҡан баҫымы төшә, тәндә еңеллек, рәхәтлек һиҙелә.
  4. Бөйөрҙәр ҙә кеше ас торғанда ял итә. Был орган ҡандан төрлө ҡалдыҡтарҙы һөҙөп алып ҡала. Шуға ла ялға мохтаж.
  5. 28-30 сәғәт ас тороу эсәктәр өсөн дә файҙалы.
  6. Организм йыл буйына йыйылған шлагтарынан арына.
Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас