Бөтә яңылыҡтар

Үрсетмә өсөн ниндәй һауыт кәрәк?

Үрсетмә өсөн ниндәй һауыт кәрәк?

Үрсетмә өсөн ниндәй һауыт кәрәк?
Үрсетмә өсөн ниндәй һауыт кәрәк?

 Баҡсасыларҙың эштәре башланды – үрсетмәләр өсөн орлоҡ сәсеү мәле етте. Йәшелсә орлоҡтарын ниндәй материалдан яһалған контейнерҙарға сәсергә һуң?

Һатыуҙа хәҙер уларҙың ниндәйе генә юҡ – йәнең теләгәнен алып була. Һауытҡа тупраҡ һалып сәсергә теләмәһәң, торф таблеткаларына ултыртыу ысулы бар. Әммә күптәр өйҙә ҡул аҫтында нимә бар, шуға ултырта. Ләкин нисек  уңайлы икән?

Торттар, печеньелар һалынған ПВХ йәки полистиролдән булған һауыттарҙың ҡапҡасы бар. Шуның менән ул үрсетмә өсөн парник булып тора. Үҫентене тамырына зыян килтермәйенсә алырға мөмкин.


Торфлы сүлмәктәр: үҫентене  түтәлгә  сүлмәге менән бергә ултыртып була. Тәбиғи материал шунда серей һәм үҫентегә ҡамасауламай. Әммә ултыртыр алдынан төбөн һәм стеналарын бер аҙ йыртып ҡуйығыҙ. Сос­тавында картон да булғас, оҙаҡ серейәсәк. Шуныһы ла бар: ҡоро булғанда, грунт ҡатып китә, артыҡ дымлы булһа, бәшмәксәләр барлыҡҡа килә.

Ҡағыҙға ла сәсеүселәр бар. Оҙон һәм тар ҡағыҙға бер см ҡалынлыҡта тупраҡ йәйеп, өҫтөнә орлоҡ һибәләр һәм төрөп баралар. Был ысулдың мә­шәҡәте күберәк.

Пластик шешәләр, поли­этилен стакандар – иң арзан вариант. Тик уларҙа тупраҡ тиҙ кибә. Даими ҡарап торорға кәрәк.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас