Абхазия Республикаһының рәсми делегацияһының Башҡортостанға сәфәре барышында Өфөлә Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы үтте. Унда Абхазия Республикаһы премьер-министры Владимир Делба һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Яңы майҙансыҡ Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында урынлашҡан. Владимир Делба үҙенең сәләмләү һүҙендә, был ваҡиға ике республика араһындағы әүҙем диалогтың логик дауамы булып тора һәм Башҡортостандың Абхазия менән иҡтисади һәм мәғариф хеҙмәттәшлегенә нигеҙ булып хеҙмәт итәсәк, тип билдәләне. Андрей Назаров был ваҡиғаның туғандаш халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙәге үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башҡорт-абхаз мөнәсәбәттәренә айырым иғтибар биреүен билдәләргә теләр инем. Бөгөн беҙ туғандаш Абхазияға ҡаршы тағы бер аҙым яһайбыҙ – боронғо тарихлы, тәрән йолалы һәм йомарт күңелле ил. Өфөлә Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәген асыу халыҡтар араһында бәйләнештәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм беҙҙең прогрессҡа ынтылышыбыҙҙы, индустриаль партнерҙар менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек булдырыуҙы, яһалма интеллектты һәм цифрлы технологияларҙы үҫтереүҙе сағылдыра. Был майҙансыҡ яңы идеялар, ныҡлы дуҫлыҡ һәм ҙур берлектәге проекттар тыуған урын булһын", - тип теләне Андрей Назаров һәм Абхазия яғына үҙәкте асыуҙа һәм уникаль экспонаттар биреүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кампуста ҡытай теле үҙәге Һәм Рәсәй-Иран үҙәге уңышлы эшләй. Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәге мәғариф һәм мәҙәни эшмәкәрлек алып барыу өсөн күп функциялы майҙансыҡ буласаҡ. Унда билдәле яҙыусы, рус һәм абхаз әҙәбиәте классигы Фазил Искәндәрҙең хәтерен мәңгеләштереү айырым урын биләйәсәк. Уның ижады филология факультеты студенттары өсөн лекцияларҙың төп темаһына әүереләсәк. Шулай уҡ киләсәктә Фазил Искәндәр бюсын ҡуйыу планлаштырыла. Ҡунаҡтар яҙыусының әҫәрҙәренән, шулай уҡ Абхазия менән бәйле Рәсәй һәм Башҡортостан авторҙарының материалдарынан һәм китаптарынан торған әҙәби экспозицияны ҡараны. Бынан тыш, үҙәктә рәссам Гуранда Барцицтың картиналары ҡуйылған. Визуаль рәтте «Абхазияның христиан ғибәҙәтханалары», «Абхазия» фотоальбомдары һәм Александр Чачба-Шервашидзе һәм Валерий Гамгия ижадына арналған альбомдар тулыландыра. Осрашыу аҙағында Владимир Делба фәнде, мәғарифты һәм заманса технологияларҙы берләштергән юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы киңлектәре менән танышты.