Бөтә яңылыҡтар

Боҙ өҫтөндә һаҡ булығыҙ!

Йәйәүлегә боҙ өҫтөнән хәүефһеҙ атлау өсөн  боҙ ҡалынлығы 10 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Боҙ өҫтөндә һаҡ булығыҙ!
Боҙ өҫтөндә һаҡ булығыҙ!

Йәйәүлегә боҙ өҫтөнән хәүефһеҙ атлау өсөн  боҙ ҡалынлығы 10 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Ошо осорҙа балыҡсыларға һәм балаларға айырыуса хәүеф янай.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты граждандарға йылға-күлдәрҙә булғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра:

һыу ятҡылығындағы рөхсәт ителмәгән урындарҙан үтмәгеҙ;

йылға-күлдәрҙең йоҡа боҙло өлөштәрен урап үтегеҙ;

ҡараңғы төшкән мәлдә һәм томан, ҡар, ямғыр яуған ваҡытта боҙ менән ҡапланған йылға-күлгә яҡын бармағыҙ;

боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшермәгеҙ;

әгәр ҙә боҙ менән ҡапланған күл йәки йылға буйлап үтмәйенсә булмай икән, һис юғында кешеләр һалған һуҡмаҡ буйлап атлағыҙ;

айырым боҙ киҫәгендә төркөмләп йөрөү кәңәш ителмәй.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы боҙ менән ҡапланған йылға-күлдәргә яңғыҙын ебәрмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

 

 

Фото:photocentra.ru

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас