Ошо йәкшәмбелә «Россия» телеканалында Андрей Малахов алып барған "Песни от всей души" музыкаль шоуының сираттағы сығарылышы донъя күрәсәк. Был юлы студия ҡунағы Стәрлетамаҡтан Виталий Воронов булды.
Студияла ул «Казактар Берлинда» йырын башҡарҙы. 22 йәшлек егет был композицияны Татарстан музыканты Ғабдулла Хәйбуллин менән дуэтта йырланы. Стәрлетамаҡта Виталийҙың олатаһы менән өләсәһе йәшәй, тап улар музыкаға һөйөү тәрбиәләгән.
Әйткәндәй, студент егет музыкант түгел, ул суд эше белгесенә уҡый.
Тапшырыуҙың эфирға сығыуы ошо йәкшәмбелә «Россия» телеканалында, 17:50 сәғәттә буласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.