Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусы балаһы булған ишле ғаиләләр иғтибарына!

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары күп балалы ғаиләләр өсөн социаль ярҙам сараларын үҙәкләштереүҙе күҙ уңында тотоусы закон проектын тикшерә. 

Уҡыусы балаһы булған ишле ғаиләләр иғтибарына!
Уҡыусы балаһы булған ишле ғаиләләр иғтибарына!

Документ урындағы үҙидара органдарынан ишле әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге уҡыусыларҙы мәктәп формаһы менән тәьмин итеү, шулай уҡ беренсе класс уҡыусылары өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаларын биреү буйынса дәүләт вәкәләттәрен тартып алыуҙы тәҡдим итә.

Закон ҡабул ителгән осраҡта, был функциялар муниципалитеттарҙан БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына һәм уның ҡарамағындағы учреждениеларға күсәсәк. Шул уҡ ваҡытта урындағы хакимиәттәргә тапшырылған икенсе вәкәләт – ошо категорияға ҡараған уҡыусылар өсөн бушлай туҡланыу ойоштороу һаҡланасаҡ.
Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, был башланғыс ярҙам күрһәтеү процесын артабан камиллаштырыуға йүнәлтелгән.
Документ 2027 йылдың 1 ғинуарына көсөнә инергә тейеш.

сығанаҡ: БР ДЙ - Ҡоролтай.

 

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас