Ветеран һөйләүенсә, уға 17 йәш тулғас, хәрби комиссариаттан повестка килгән. 1944 йылдың декабрендә уны башҡа яңы һалдаттар менән Өфөләге уҡыу полкына ебәргәндәр һәм улар шунда Еңеү хәбәрен ҡаршылаған. Ә Ғәбдрашит Әғлиуллин хеҙмәт иткән часть Японияға ҡаршы һуғышырға Байкал фронтына ебәрелгән. 1945 йылдың авгусында ул Монголияға, Маньчжурия аша, Хинган тауҙарын үтеп, Порт-Артурға барып еткән.
– Мин армияла ете йыл хеҙмәт иттем, тыуған яҡҡа тик 1951 йылда ғына ҡайттым. Бөтә ғүмеремде заготконторала эшләп үткәрҙем, – тине ветеран. – Һеҙгә, Радий Фәрит улы, тыуған республика өсөн башҡарған эштәрегеҙ, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдергем килә.
Ғәбдрашит Әғлиуллин – Ватан һуғышы ордены, «Японияны еңеү өсөн», Жуков миҙалдары, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә арналған юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. 2020 йылда уға «Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы» исеме бирелгән.
Ғәбдрашит Хәмит улы ҡатыны Хәҙәр Абдрахман ҡыҙы менән бергә 72 йыл йәшәгәндәр, алты бала үҫтергәндәр. Уларҙың 13 ейәне һәм туғыҙ бүләсәре бар.
Ғәбдрәшит Әғлиуллин күп йылдар буйына указлы мулла булған. Уның инициативаһы менән мәсет төҙөлгән, Асау йылғаһы аша ағас күперҙәр ремонтланған, зыярат төҙөкләндерелгән.
Радий Хәбиров ветеранды алдағы тыуған көнө менән ҡотланы, уға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы, ныҡлы һаулыҡ һәм рух ныҡлығы теләне.
Ветеран яңы ауыл клубы төҙөүҙә ярҙам һораны. Республика башлығы хәбәр итеүенсә, киләһе йыл, Ғәбдрәшит Әғлиуллинға 100 йәш тулғанда, ауылда модулле мәҙәниәт йорто төҙөлә башлаясаҡ.
– Ғәбдрәшит Хәмит улының бөтә деталдәрҙе – полктарҙың, хәрби частарҙың исемдәрен, 80 йыл элек булған бөтә нәмәне яҡшы хәтерләүе ғәжәпләндерә. Уның хәтере шәп, тормошҡа ыңғай ҡарашта, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Ауыл ҙур, бында яңы клуб мотлаҡ кәрәк, һәм беҙ уны төҙөйәсәкбеҙ. Ветерандың 100 йәшенә ҡунаҡҡа килергә килештек.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.