Бөтә яңылыҡтар

Хуш еҫле һәм шифалы сәйҙәр

Йүкә сәскәһе, бөтнөк үләне, гөлйемеш, бәпембә һәм башҡа үҫемлектәрҙән әҙерләнгән сәйҙәрҙең  организмға шифаһы ҙур.  Күп сәйҙәр бер төрлө әҙерләнә: бер балғалаҡ  киптерелгән үләнгә йәки емешенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут төнәтергә һәм һөҙөп алып, сынаяҡҡа ҡойорға.  Әҙер сәйҙе шунда уҡ эсеп ҡуйырға. 

Хуш еҫле һәм шифалы сәйҙәр
Хуш еҫле һәм шифалы сәйҙәр

 Үлән сәйҙәренең төрҙәре:

Кейәү үләне сәйе. Киҙеүҙән, ашҡаҙан, бөйөр ауырыуҙарынан, анемиянан, йоҡоһоҙлоҡтан, мигрендан, ревматизмдан файҙаһы тейә.   Шулай уҡ уны ир-егеттәргә эсергә тәҡдим итәләр.

Ромашка сәйе.  Йөрәк сәйе. Тромбҡа ҡаршы тороу көсөнә эйә, шулай уҡ киҙеүҙән, һалҡын тейгәндә һәм ялҡынһынғанда микробтарға ҡаршы көрәшеү сараһы булып тора. 

Гөлйемеш сәйе. Иммун системаһын нығытыусы антиоксиданттар, флавоноидтар, витаминдар (С, К) һәм минералдар сығанағы.   Әгәр ҙә  ҡыҙыл шарап эскегеҙ килһә, әммә һеҙгә алкоголь ярамай  икән, гөлйемеш төнәтмәһе эсегеҙ.  Ул шулай уҡ эс китеүҙән ярҙам итә.   

Туҡранбаш (клевер) сәйе. Йүтәлгә ҡаршы, бауыр өсөн, ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙарынан  файҙалы.  Шәкәр диабеты  менән ауырыусыларға ғәҙәти сәй урынына (шәкәр ҡушмай ғына) эсергә тәҡдим ителә.   

Рауза сәйе. Кәйефте күтәрә, иммуниетты нығыта, вирустарға ҡаршы көрәшә.  Был сәй әҙер булғандан һуң тиҙ генә тәмен юғалта, шунлыҡтан һыуынғас, эсергә  ярамай. 

Лимонлы бөтнөк сәйе. Тынысландыра һәм аш эшкәртеү проблемаларын хәл итергә ярҙам итә.  Көсөргәнеште бөтөрә, йоҡоно яҡшырта, ауыртыуҙы еңеләйтә. 

Фенхель (тамыры, орлоғо) сәйе. Аш эшкәртеүеҙе яҡшырта, эс ҡабарыуын бөтөрә – ошо маҡсаттан уны хатта имсәк балаларға ла бирәләр.  Шулай уҡ йүтәлдән, һалҡын тейеүҙән, отиттан ярҙам итә.   

Ҡайын еләге  сәйе. Ҡанды таҙартыусы, тынысландырыусы, дөйөм организмды нығытыусы сәй.  Был хуш еҫле сәйгә кипкән еләктәрен дә  ҡушып ебәрергә мөмкин.   

Меңъяпраҡ сәйе. Бер ҡалаҡ киптерелгән меңъяпраҡ үләненә  бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5 – 10 минут төнәтергә һәм гастриттан яртышар стакан эсергә.  Ашҡаҙан ауыртҡанда шулай уҡ ете ромашҡа сәскәһе менән меңъяпраҡ үләнен бешереп эсәләр.   

Бәпембә сәйе. Был сәйҙең бауырға файҙаһы ҙур. Айырыуса дарыуҙар эскән ваҡытта, йәиһә тәмәке тартыусыларға һәм алкоголь ҡулланыусыларға.  Шулай уҡ ул аҙыҡтағы файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе әүҙемләштерә, эс ҡатыуҙан ярҙам итә.   

Йүкә сәскәһе сәйе. Ҡан баҫымын төшөрә, хәүеф тойғоһон баҫа, нервы көсөргәнешенән арындыра.  Мигрень өйәнәге ваҡытында ауыртыуҙы баҫыу өсөн тәҡдим ителә.   Көнөнә ике стакан йүкә балы менән менән йүкә сәйе һалҡын тейеүҙән һаҡлай.   Әммә уны көн һайын эсергә ярамай, сөнки ныҡ тирләтеү һөҙөмтәһендә йөрәккә ҙур көс төшә. 

Лаванда сәйе. Нервы системаһын тынысландыра, тын алышты көйләй, сәләмәт йоҡо бүләк итә, гипотониктарҙы бер аҙ ҡуҙғытып ебәрә.  Мигрендан һәм шлактарҙы сығарыу өсөн файҙалы.   

Османтус, йәки һоро ағас сәскәһе сәйе. Матдәләр алмашыныуын көйләй, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген яйға һала.  Был бәләкәй генә аҡһыл-һары сәскәләрҙе ҡара йәки йәшел сәй бешергәндә лә ҡушып ебәрәләр. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас