Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы тос

Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһындағы "Камея" компанияһы милли проектта ҡатнашып, килемен күтәрә.

Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы тос
Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы тос

«Камея» предприятиеһында 30 йылдан ашыу махсус кейем тегәләр.

Әле коллектив «Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад» милли проекты буйынса ярҙам алып, етештереү сифатын күтәреү һәм сығымдарын яйға һалыу буйынса эшләй.

Компания кеҫә тегеүгә ҡулайлаштырылған автомат машинка алған. Уның хаҡы 1,57 миллион һум. Шуның 1,26 миллион һумын Төбәк лизинг компанияһы бер йылға биргән.

Яңы ҡорамал хеҙмәт сығымын 10 процентҡа кәметә, дефекттарҙы ла булдырмай, әҙер продукция етештереү күләмен арттыра. 

Иғтибар итегеҙ: лизинг ярҙамы ҙур мөмкинлек бирә.

фото: Национальные проекты РФ

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас