Бөтә яңылыҡтар

Бысаҡтар менән сәнскән!

Граждан ирен үлтергән 31 йәшлек ҡатынға суд хөкөм ҡарары сығарҙы.

Бысаҡтар менән сәнскән!
Бысаҡтар менән сәнскән!

Суд билдәләүенсә, 2025 йылдың июнендә ҡатын менән уның граждан ире араһында низағ сыҡҡан. Көнләшеү арҡаһында шәхси үпкә тойоп, ул иргә ике бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнскәнен, шулай уҡ уның башына һәм кәүҙәһенә ныҡ иткәнсе типкәнен асыҡлаған.

Ауыр яраланған ир фатирҙан коридорға сығып өлгөргән, унда уны күршеләре күреп, "Тиҙ ярҙам" саҡыртҡан. Алған йәрәхәттәренән ир шул уҡ көндө дауаханала вафат булған.

Хөкөм ителеүсене полиция бүлегенә килтергәндән һуң, ул полиция хеҙмәткәренең битенә һуҡҡан.

Ҡатын енәйәттәр ҡылыуҙа үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған.

Суд уға дөйөм режимдағы төҙәтеү колонияһында 8 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү язаһы билдәләгән һәм 700 мең һум күләмендә рухи зыянды ҡаплау тураһындағы талапты ҡәнәғәтләндергән.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас