Яңы лаборатория асылған

Өфө дәүләт нефть техник университетында металдарҙы өйрәнеү буйынса уҡыу-ғилми лабораторияһы барлыҡҡа килгән. Унда төрлө факультет студенттары шөғөлләнә ала.

Яңы лаборатория асылғанЯңы лаборатория асылған
Яңы лаборатория асылған

Был юғары уҡыу йорто «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Приоритет 2030» программаһында ҡатнаша.

Яңы заманса лабораторияла металл буйынса тикшеренеүҙәр алып барыуҙың бөтә циклын өйрәнергә була - унда алдынғы технологиялы ҡорамалдар ҡуйылған. Киләсәктә бында рентген дифрактометр һәм сканлай торған электрон микроскоп та ҡуйыласаҡ. Был иһә студенттарға микроструктур анализ яһау мөмкинлеген бирәсәк.

Фото: Национальные проекты РФ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас