Тәтешленеке киткән... һәм Мәҙәниәт министрлығында яңы етәксе

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районында эшләй. Ул район Советы ултырышында ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәтешленеке киткән... һәм Мәҙәниәт министрлығында яңы етәксеТәтешленеке киткән... һәм Мәҙәниәт министрлығында яңы етәксе
Тәтешленеке киткән... һәм Мәҙәниәт министрлығында яңы етәксе

Урындағы депутаттар Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың ваҡытынан алда вазифаһынан китеүе тураһындағы ғаризаһын ҡабул итте. Йәғни, Тәтешле башлығы отставкаға китте.

Радий Хәбиров баһалауынса, Фәнүр Шәйхисламов үҙен яҡшы ойоштороусы һәм идарасы, заманса һөҙөмтәле етәксе итеп күрһәткән.

Баҡһаң, район башлығын алмаштырыуға бәйле Радий Фәрит улы бында махсус килгән икән.

- Беҙ Фәнүр Рәфис улын Өфөгә алабыҙ, - тине Хәбиров.

Шулай итеп, Шәйхисламов БР Мәҙәниәт министрлығына эшкә күсә. Әлегә "и.о." статусы менән министр була.

Фәнүр Рәфис улы 1980 йылда Мәсетле районының Әйүп ауылында тыуған. БДУ-ның (хәҙер - Өфө фән һәм технологиялар университеты) Хоҡуҡ институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген йәмәғәт фондында юрисконсульт булып башлай, артабан төрлө коммерция ойошмаһында эшләй.
Дәүләт хеҙмәтендә – 2006 йылдан. Ул БР Мәғариф министрлығында, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетында,  БР буйынса федераль казначействола, БР Башлығы Хакимиәтендә хеҙмәт юлы үтә. Шулай уҡ БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министры урынбаҫары була. Фәнүр Шәйхисламов Тәтешле районын 2020 йылдан етәкләне. 

Яңы етәксегә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Алһыу Ишемғолова