«Әсәйемдең йөрөп китеүе икеле…»

Гөлназ Асаева ғәйебе менән булған аварияла зыян күреүсенең ҡыҙы Элина әсәһенең хәле хаҡында социаль селтәрендә хәбәр иткән.

«Әсәйемдең йөрөп китеүе икеле…»«Әсәйемдең йөрөп китеүе икеле…»
«Әсәйемдең йөрөп китеүе икеле…»

– Врач инде. Операция яһаясаҡбыҙ тине, һул яҡ яурынына яһау –ҡатмарлыраҡ булыуын да әйтте. Нимә буласағын һәм әсәйемдең йөрөп китеүенә гарантия бирә алмайым тине. Аяҡтар ҡыҫҡараҡ буласаҡ, сөнки һынған урындары ярсылған, һәм уларҙы тура килтереүе ауыр, – тип яҙған Элина. Шулай уҡ битараф булмаусыларҙы әсәһенең һаулығы өсөн доға ҡылыуҙарын да үтенгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Лиләи Биктимерова социаль селтәрендә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләне. Ә Гөлназ Асаева иһә 10 мартта Туймазыла уҙған концертынан ингән килемде зыян күреүсенең ғаиләһенә бирәсәген вәғәҙә итте.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас