

Ҡазанда концерт ваҡытында Әлиә Төхвәтуллинаның хәле ҡапыл насарая, ул беренсе бүлекте генә тамамлап сыға ала. Артабан сараны Ришат Төхвәтуллинға дауам итергә тура килә.
– Сәләмәтлегемде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғым килмәй. Шуға күрә бер аҙ ял итергә булдым. Концерттарҙы кисектерәм, сөнки сәләмәтлегем мөһимерәк, – тип һөйләгән ине йырсы.
Әлиәгә яҙылыусылар араһында йырсының үҙен насар хис итеүе уның икенсегә әсәй булырға йыйыныуы менән бәйле тип фаразлаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Әлигә ҡалдырған комментарийҙар араһында: «Һеҙҙең ғаилә ишәйергә оҡшап тора шикелле? Әллә беҙгә генә шулай күрендеме? Беҙ һеҙҙең өсөн бик шат», – тип тә яҙылған хәбәрҙәр бар.