Фытыр саҙаҡаһын биреү һәр кемгә фарыз

Уны биргән һәм алған кеше ошо доғаларҙы уҡырға тейеш

Фытыр саҙаҡаһын биреү һәр кемгә фарызФытыр саҙаҡаһын биреү һәр кемгә фарыз
Фытыр саҙаҡаһын биреү һәр кемгә фарыз
Саҙаҡа биргән кеше ошо доғаны уҡый:
 
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Раббәнә, тәҡаббәл миннә
Иннәкә әңтәс-сәмиғүл-ғәлиим.  
 
Йә Раббым! Беҙҙән уны ҡабул ит! Сөнки Һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Әмиин!
 
Фитыр саҙаҡаһын алған кеше уҡый:
 
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү
Үә сыйәмәһү, үәстәджиб доғаәһү,
Үәғфир ҙунүбәһү, үә әккид иимәәнәһү
Үә әкҫир әмүәәләһү, үә үәффиҡһүү
ғәләә хайри мәҡаасыйдиһ.
 
Йә, Аллаһым! (биреүсенең исеме, атаһының исеме әйтелә)
фытыр саҙаҡаһын үә ураҙаһын, доғаһын ҡабул ҡыл һәм гонаһтарын
ярлыҡа һәм уның иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр һәм уны хәйерле маҡсаттарына ирештер.
 

Хәленән килгән һәр мосолманға фытыр биреү фарыз. Балаларҙың фытырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фытыр саҙаҡаһын ураҙа  тотҡан кеше ярамаған эштәрҙән, һүҙҙәрҙән таҙарыныу өсөн һәм фәҡирҙәр байрам итһен өсөн бирелә.

Фытыр саҙаҡаһы  Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы бирелергә тейеш. Кем намаҙ уҡығанға  хәтлем биреп өлгөрмәһә, саҙаҡаһы фытырҙан үтмәй. Шулай уҡ дин ғалимдары әйтеүенсә, ғәйеттән бер-ике көн элек  бирһә лә ярай.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас