Бер юлы дүрт ҡыҙ балаға атай-әсәй булғандар!

Бына, исмаһам, бәхет.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер юлы дүрт ҡыҙ балаға атай-әсәй булғандар!Бер юлы дүрт ҡыҙ балаға атай-әсәй булғандар!
Бер юлы дүрт ҡыҙ балаға атай-әсәй булғандар!

Һарытау өлкәһендә ысын мөғжизә була!  Безменовтар ғаиләһендә бер юлы дүрт дүрт ҡыҙ тыуа! Ксения, Полина, Екатерина һәм Лилиә. Ата-әсәләре Антон һәм Наталья сабыйҙарға шулай тип исем бирә.

УЗИ үтергә барғас, уларға 4 сабыйҙары буласағын әйтәләр, ата-әсә бер аҙ аптырабыраҡ та ҡала. Бөгөн ҙур һәм бәхетле ғаилә Мәскәүҙән өйҙәренә ҡайтҡан. Балаларҙы баш ҡалала табырға ҡарар ителә, һәм, бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы үтә.  Наталья йөклөлөктө бик еңел кисергәнен әйтә. Ә бына буласаҡ балаларҙың енесен уға... әсәһе алдан уҡ  әйткән була. Халыҡ билдәләре буйынса: шешкән танау һәм тире үҙгәреүе ҡыҙ тыуыуына ишара икән.

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова