Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Урал аръяғында осрашыуҙар үткәрҙе

Унда Президент гранттары өсөн проекттар тикшерелде

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Урал аръяғында осрашыуҙар үткәрҙеБашҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Урал аръяғында осрашыуҙар үткәрҙе
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Урал аръяғында осрашыуҙар үткәрҙе

 12 мартта Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт Палатаһы Сибай ҡалаһында һәм Әбйәлил районында халыҡ менән осрашыуҙар ойошторҙо. Унда урындағы муниципалитет етәкселеге, йәмәғәт палаталары һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре һәм ҡатнашты. Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев республиканың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәренә хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.

 БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина күсмә сараның төп маҡсаты - республика һәм муниципаль палаталар араһында үҙ-ара эште көсәйтеү, шулай уҡ урындарҙа граждандар башланғыстарын әүҙемләштереү тип билдәләне. Ул шулай уҡ ир-егеттәрҙе «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Былтыр Әбйәлил районы һәм Сибай йәмәғәтселәре Шөһрәт Әширов, Айсар Илһамов һәм Хәким Ғәйетбаевты Йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнеүен әйтте.

 БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Артур Ғилманов коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн социаль проекттар буйынса семинар үткәрҙе. Унда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, төп иғтибар коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың  грант конкурстарына ғариза биргән, әммә еңмәгән проекттарҙа хаталарын асыҡлау булды.

-Сибай ҡалаһы Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙемлек буйынса беҙҙең төбәктә лидер булып тора. Әбйәлил районының потенциалы ҙур, бында эшләргә кәрәк, шулай ҙа ике муниципалитетта ла ғорурланырлыҡ проекттар бар», – тине  Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина.

-Беҙҙең бурыс - Урал аръяғын Президент гранттары конкурстарында ҡатнашыу буйынса әүҙемләштереү һәм ошо процестың лидерҙары булыу, ҡыҙыҡлы проекттар һәм ижади башланғыстарҙы үҫтереүгә ярҙам итеү, - тип билдәләне Артур Ғилманов.

Сибайҙа гранттар ярҙамында тормошҡа ашырылған ҡыҙыҡлы башланғыстарҙың сағыу миҫалы булып «Тылсымлы бармаҡтар» проекты иҫәпләнә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн мультстудия 2025 йылда Президент гранттарының беренсе конкурсында еңеүсе булды.

Проект үҙенсәлекле балаларҙың үҫеше өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Әбйәлил районында  «СВОИ" ауыл хәбәрсеһе мәктәбе проекты 2022 йылда Президент гранттары фондының беренсе конкурсында еңеүсе булды, ул сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең медиа киңлектә ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлек бирҙе.

Семинар йомғаҡтары буйынса Әбйәлил районы инвалидтар ойошмаһы рәйесе, грант эшмәкәрлеге буйынса проекттар етәксеһе Нәсимә Әҡсәнова үҙ фекерен белдерҙе: «Осрашыуҙа гранттар конкурсына заявкалар биреү буйынса кәрәкле мәғлүмәт алдыҡ, шул иҫәптән ғаризаларҙы дөрөҫ тултырыу йәһәтенән. Тәжрибәле эксперт Артур Фаат улының практик кәңәштәре урынлы булды, был киләсәктә грант конкурстарында уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеген арттырыр тип ышанабыҙ».

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас