“Башҡортостан геройҙары”  финалистары — театрҙа

 “Башҡортостан геройҙары”   программаһы финалистары Рәсәй тарихы һәм төбәктең мәҙәни  донъяһы менән танышты.

    “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһының мәғариф модуле эшлекле осрашыуҙарҙан һәм лекцияларҙан ғына тормай.  Ул шулай уҡ Рәсәйҙең һәм республиканың тарихи-мәҙәни мираҫы менән таныштырыуҙы ла күҙ уңында тота.

Маршруттың тәүге нөктәһе “Рәсәй – минең тарихым”  мультимедиа трихи паркы булды.  Финалистар заманса технологиялар  ярҙамында  үткәндең төп ваҡиғалары  тураһында һөйләүсе үҙенсәлекле экспозициялар менән танышты.

Артабан мәҙәни   программа “Нур” Өфө татар театрында дауам итте.  Проектта ҡатнашыусыларға театр буйлап экскурсия ойошторолдо, һуңынан улар  театр артистары тәҡдим иткән спектаклде ҡараны.

Белеүегеҙсә, “Башҡортостан геройҙары” программаһы  Рәсәй президенты Владимир Путин тәҡдим иткән “Геройҙар ваҡыты”  федераль инициативаның дауамы булараҡ февралдә эшләй башланы. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм шулай уҡ демобилизациялоанған хәрбиҙәр  ҡатнаша.

.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас