

Һепертмә буран арҡаһында Өфө-Инйәр-Белорет юлында йөк һәм пассажирҙар транспортына хәрәкәт сикләнгән (Архангел һәм Белорет райондары). Киске сәғәт биштәргә тиклем (ваҡыттың үҙгәреүе лә ихтимал).
М-5 «Урал» трассаһында 1480-се саҡрымдан алып 1548-се саҡрымға тиклемге участка ла йөк, пассажирҙар транспорты, маршрут таксиҙары өсөн ваҡытлыса ябыҡ (Өфө һәм Иглин райондары). Әлегә сәғәт киске бишкә тиклем, тип фаразлана.
Бәләбәй районында Бәләбәй-Ермолкин, Подлесное-Шаровка юлдары бөтә төр транспорт өсөн дә киске сәғәт етегә саҡлы ябыҡ!
Водителдәр тағы трасса буйына теҙелеп торорға мәжбүр...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.