Көн торошо тағы ла сюрприз әҙерләгән

Башҡортостанда ҡапыл йылыныу көтөлә, ул ысын яҙға әйләнәсәк, ти синоптиктар.

Көн торошо тағы ла сюрприз әҙерләгәнКөн торошо тағы ла сюрприз әҙерләгән
Көн торошо тағы ла сюрприз әҙерләгән

Синоптиктар март айының икенсе яртыһында һәм апрелдең беренсе яртыһында һауа торошоноң ниндәй сюрприздар әҙерләүе хаҡында һөйләне.

«Фобос» үҙәге мәғлүмәте буйынса, кесаҙнанан, 12 марттан, нулдән киҫкен күсеү күҙәтеләсәк, йәғни республикала плюс температураһы урынлаша.

24 мартҡа тиклем көндөҙ ҙә, төндә лә термометр бағанаһы 0-дән +3 градусҡа тиклем күрһәтәсәк. Әммә сюрприздар бының менән генә бөтмәй әле. 25 мартта йәнә етди һыуытыу көтөлә. Һауа температураһы төндә -12,-15 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ ҙә һалҡын, -3 градусҡа тиклем. Һыуыҡтар өс көн, 27 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Һәм был быйылғы яҙғы һыуыҡтың һуңғы ағымы буласаҡ. Бынан һуң яҙ тулыһынса үҙ хоҡуҡтарын аласаҡ. Март аҙағына термометр бағанаһы +10 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Апрелдә төнгө ҡырау төшөүе көтөлә, ләкин көндөҙ +8 – ҙән +16 градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Ә 22 апрелгә йәйге эҫе килә-һауа көндөҙ +26 градусҡаса йылына.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас